top of page

Һаумыһығыҙ, хɵрмəтле коллегалар!

 Һеҙҙе ʏҙемдең сайтымда кʏрергə бик шатмын.

 

Туймазы районы Ə.М.Мирзаһитов исемендəге Ҡандра ауылының2-се һанлы урта мəктəбенең юғары категориялы башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы

 

Нəғимова Нəжибə 

Ғизитдин ҡыҙы

Исəплəʏсе 

Сайт учителя башкирского языка Нагимовой Н.Г.

           Тыуған   ерем      -    Башҡортостан, Учалы районы,  Яңы Байрамғол ауылы.

1982 – 1987   йылдар -   БДУ-ның филология факультеты студенткаһы.

1987  -  2003  йылдар - Туймазы районының Йəрмɵхəмəт  урта  мəктəбенең  уҡытыу­-тəрбиə  эше   буйынса  директор урынбаҫары.

2003- 2011  йылдар –Туймазы районының Йəрмɵхəмəт урта мəктəбе  директоры

  Бɵгɵнгɵ кɵндə   Ə.М. Мирзаһитов исемендəге Ҡандра ауылы  2-се һанлы урта мəктəбенең юғары категориялы  башҡорт   теле һəм  əҙəбиəте уҡытыусыһы.

Тормош девизым:  Тыуған  халҡыма    хеҙмəт итеʏ.

                                                        Резюме

       Нəғимова   Нəжибə   Ғизитдин  ҡыҙы  1987  йылда Башҡорт дəʏлəт университеты   филология   факультетының   башҡорт-рус  бʏлеген тамамлаған.

       Уны Туймазы  районы   Йəрмɵхəмəт  урта  мəктəбенə  башҡорт  теле һəм  əҙəбиəте  уҡытыусыһы итеп ебəрəлəр.Шулай уҡ Нәжибә Ғизитдин ҡыҙына  профсоюз председателе, комсомол ойошмаһы секретары, музей эше йɵкмəтелə. 1995 йылда   уҡытыу-тəрбиə эше буйынса директор урынбаҫары итеп   тəғəйенлəнə.

       2003-2011  йылдарҙа  Йəрмɵхəмəт урта мəктəбенең директоры ваэифаһын башҡара.

       2011 йылдан  бɵгɵнгɵ кɵнгə саҡлы  Ə.М.Мирзаһитов исемендəге Ҡандра ауылының 2-се урта мəктəбендə башҡорт теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы булып эшлəй.

        Дɵйɵм педагогик стажы - 33 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ –  33  йыл.    Юғары  категориялы уҡытыусы.

Нәғимова Н.Ғ. Туймазы район хакимиəте башлығының Почет Грамотаһы менəн ике тапҡыр бʏлəклəнə.

       Республиканың гəзит-журналдары биттəрендə уҡытыусының, шулай уҡ уҡыусыларҙың  кɵнʏҙəк  темаларға  мəҡəлəлəре йыш баҫылып тора. “Йəншишмə” гәзите мөхәрририәте Рәхмәт хаты менән бүләкләй. Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналы менəн хеҙмəттəшлек итə.

Уҡыусылары  башҡорт теле һəм əҙəбиəте   буйынса район олимпиадаларында йыл һайын  призер, еңеʏсе  исеменə лайыҡ булалар.

       2014-2015 уҡыу йылында  уның  уҡыусыһы башҡорт теле һəм əҙəбиəте буйынса уҙғарылған регион-ара  олимпиадаһының  призеры тип таныла.

      “Урал батыр” эпосы буйынса ойошторолған V республика  йəш сəсəндəр бəйгеһенең  I турында кʏрһəткəн яҡшы һɵҙɵмтəлəре ɵсɵн  уҡыусыға Маҡтау  ҡағыҙы  тапшырыла.

       Нəғимова Нəжибə Ғизитдин ҡыҙы  район кимəлендə ʏткəрелгəн семинарҙарҙа, конференцияларҙа коллегалары алдында ʏҙенең бай  тəжрибəһе менəн уртаҡлаша.

      Ҡандра ауыл советы тарафынан Һайлау комиссияһы  рəисе  итеп һайлана.

       Буш ваҡытта китап уҡырға, тəмле итеп əҙерлəргə, машинала йɵрɵргə ярата. Иптəше менəн 3 ҡыҙ ʏҫтерəлəр. Ҙур ҡыҙы Рəсəй Һаҡлыҡ банкында эшләй, икенсеһе - Башҡортостан радиоһы хеҙмəткəре, бəлəкəйе 8-се класта уҡый.

Сайт тураһында ʏҙегеҙҙең фекерҙəрегеҙҙе яҙығыҙ​
bottom of page